Бының өсөн улар ниндәй генә диета тотоп ҡарамай. Ҡайһы саҡта ул һөҙөмтә бирә, әммә киреһенсә булыуы ла ихтимал. Ашамай йөрөп-йөрөйҙәр ҙә, “ысҡынып”, ныҡ ҡына ашай башлайҙар. Сөнки гел генә үҙеңде тыйып йөрөп тә булмай бит. Ябығыу өсөн диета тоторға кәрәкме, бәлки, әҙерәк ашарға өйрәнергә генәлер? Ҡайһы бер гүзәл заттар, кинәт кенә ҡаты диетаға ултырып, тиҙ генә ябығам, тип уйлай. Әммә был хата фекер. Беренсенән, организм өсөн стресс булһа, икенсенән, өйрәнелгән ғәҙәттәрҙән, ризыҡтарҙан еңел генә баш тартыуы ҡыйын. Һомғол кәүҙәле булырға хыялланыусылар тағы ла ниндәй хаталар ебәрә икән?
Ябығырға теләүсе ҡатындарҙың 6 хатаһы:
Ашау ваҡыты түгел, ә көн дауамында ризыҡ аша алған калорияларҙың күләме мөһим. Кәйеф юҡлыҡтан, яңғыҙлыҡтан түгел, ә ысын асығыуҙы ғына баҫыу өсөн ашау мотлаҡ. Дөрөҫ туҡланғанда төнгөлөккә ашап та һимермәҫкә мөмкин.
Туҡланыу рационында билдәле кимәлдә файҙалы майҙар булырға тейеш. Организмға көн һайын май кәрәк. Улар гормондар бүлеп сығарыуға булышлыҡ итә. Был макроэлементтарҙан баш тартып, үҙегеҙгә зыян ғына килтерәһегеҙ. Төрлө сәтләүек, авокадо, зәйтүн майы кеүек файҙалы майҙарҙы ҡулланығыҙ.
Күберәк хәрәкәт итегеҙ, әүҙем йәшәү рәүеше алып барығыҙ. Һаулығығыҙҙы нығытыу һәм өҫтәмә калорияларығыҙҙы яндырыу өсөн аҙнаһына 30-60 минуттан 3-4-әр тапҡыр спорт менән шөғөлләнегеҙ. Баҫҡыстан йәйәү күтәрелегеҙ, велосипедта йөрөгөҙ. Көнөнә меңәрләп калория түгел, ә яҡынса 200 – 600 калорияны юҡҡа сығарыу ҙа етә.
Көн дауамында әҙ-әҙләп бер үк ваҡыт арауығынан һуң ашарға өйрәнегеҙ. Мәҫәлән, һәр 3-4 сәғәт һайын ашарға мөмкин, тик күпләп түгел. Шуның араһында бер-ике тапҡыр ҡапҡылап та алырға ярай.
Эшкәртелгән аҡһымдарҙы кәметеп, бойҙай, йәшелсә, ҡуҙаҡлыларға күсегеҙ. Йәғни аҡ икмәк, тәмле-татлынан баш тартырға тура килер.
6.Бөтә яратҡан ризыҡтан баш тартырға.
Ашағыҙ, әммә күләмен кәметегеҙ. Ҡапыл ғына яратҡан ашамлыҡтан баш тартыу ауыр, шуға күрә әкренләп әҙәйтә барып, яйлап ҡына организмды күнектерергә кәрәк. Тәүҙә нимәнелер ашамай тора алмайһығыҙ кеүек тойолһа ла, яйлап унһыҙ ҙа йәшәргә өйрәнерһегеҙ.
Фото:Т.Аманов.