Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Март 2022, 17:00

Муттарҙы тәүлек эсендә 15 миллион һумға байытҡандар

Стәрлетамаҡтан 35 йәшлек ҡатын инвестиция компанияһының рекламаһына ҡыҙыҡҡан да, һылтанма буйынса сайтҡа ингәс, аҡса эшләргә теләген белдереп, шунда ғариза ҡалдырған. Бер аҙҙан уға "брокер" шылтыратҡан. "Татлы тел" ҡатынды төрлө банктарҙан кредит алырға һәм аҡсаны ул күрһәткән иҫәптәргә күсерергә өгөтләп күндергән. Ҡатын нимәһе менән уйлағандыр инде, әммә алты миллион һумға яҡын аҡсаны билдәһеҙ иҫәптәргә күсергән. "Брокер" бәйләнештән юғалғас ҡына, ул алданғанын аңлаған. Ә бит кредит аҡсаһын банктар аферистан түгел, унан таптырасаҡ... 

Муттарҙы тәүлек эсендә 15 миллион һумға байытҡандар
Муттарҙы тәүлек эсендә 15 миллион һумға байытҡандар

Сит өлкәләге коммерция ойошмаһынан бер ҡатын төҙөлөш материалдарын һатып алыр өсөн Өфө компанияһы сайтында заявка ҡалдыра. Күп тә үтмәй, уға "компания вәкиле" шылтыратып, тауар өсөн ете миллион һум аҡсаны күсерергә иҫәп ебәрә. Ҡатын аҡсаны күсереп, тауарҙы көтөп ала алмағас, хәлде асыҡларға Өфөгә килә. Шунда ғына муттарға тарыуын аңлай. Аферистар махсус программа аша компанияның номерын файҙаланған була.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: