Республика Башлығы партия эшенә баһа бирҙе, алда торған төрлө етди эштәргә, янауҙарға лайыҡлы әҙер булырға саҡырҙы.
“Берҙәм Рәсәй” партияһы киләсәктә лә халыҡ мәнфәғәтенә эшләйәсәген һыҙыҡ өҫтөнә алдылар. Төп бурыстарҙың береһе – республиканың тотороҡло үҫешен тәьмин итеү, тине Радий Хәбиров.
– Алда сәйәси ваҡиға ла бар – 2023 йылда БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутаттар һайлау. Беҙҙең бурысыбыҙ – “Берҙәм Рәсәй” партияһы вәкилдәренең әлеге кеүек күпселекте тәшкил итеүен тәьмин итеү, - тине Башлыҡ.
Әйткәндәй, форумға партияның Үҙәк башҡарма комитеты етәксеһе, Генераль советы секретары урынбаҫары Александр Сидякин да килгәйне.
Делегаттар йәшерен тауыш биреү юлы менән төбәк политсовет президиумының һәм контроль комиссияһының яңы составын һайланы. Күпселек тауыш менән төбәк бүлексәһе секретары итеп ҡабаттан Радий Хәбиров һайланды.
Фото: БР Башлығы сайтынан.