Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Март 2022, 13:35

«Был – мәжбүри сара...»

РФ ДОСААФ-ның Башҡортостан бүлексәһе етәксеһе Игорь Нурмөхәмәтов Украиналағы хәлдәргә аңлатма бирҙе.

«Был – мәжбүри сара...»
«Был – мәжбүри сара...»

«Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ваҡиғалар 2014 йылда уҡ, Ҡырым илебеҙ составына ингәндән һуң киҫкенләшкәйне. Беләбеҙ, Рәсәйҙең Ҡара диңгеҙ ярҙарында ныҡлы урын алыуы Көнбайышҡа оҡшап етмәне. Айырыуса был Американың стратегик планына ҡамасау булды. Оҙаҡламай Юғары Рада депутаттары Рәсәйгә янарға тотондо, рус телле мәктәптәрҙе, учреждениеларҙы яптылар. Ошо арҡала йәнә ыҙғыш ҡупты. Ут асып, Ҡырымды кире ҡайтарыу хаҡында рәсми фекерҙәр ишетелә башланы. Ә Зеленский Президент булып килеү менән Минск килешеүе үтәлмәй башланы, Будапешт меморандумын юҡ итеү ҡарала ине. Әлбиттә, барыһы ла Көнбайыштың тәьҫирендә эшләнде. Ошонан һуң илебеҙ махсус хәрби операция башларға ҡарар ҡылды, – ти хәрби.

Игорь Нурмөхәмәтов һүҙҙәренсә , Рәсәй был операцияға күптән әҙерләнә башлаған, әммә һуңға тиклем уны башламау яҡлы булған.

«Был – мәжбүри сара. Илебеҙ был ҡарарға юғары әҙерлек менән барҙы, әммә һуңға тиклем операция үткәрмәү яҡлы ине. Әммә, беҙ беләбеҙ, Рәсәй иң тәүҙә үҙенең сиктәрен, иленең именлеген һаҡлап ҡалыу өсөн сығыш яһай».

 

«Был – мәжбүри сара...»
«Был – мәжбүри сара...»
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: