- Благовещенда логистика үҙәген булдырыу локаль һатыусыларҙың һанын арттырырға һәм уларға республикабыҙҙа маркетплейстың логистика инфраструктураһы менән файҙаланырға мөмкинлек бирәсәк, шулай уҡ инвестиция проектын тормошҡа ашырыу тармаҡта конкуренция мөхитен үҫтереүгә булышлыҡ итеп, 1404 яңы эш урыны булдырыуҙы тәьмин итәсәк. Инвестор проектҡа ике миллиард һум самаһы аҡса һалырға ниәтләй, - тип хәбәр итте республика Премьер-министры Андрей Назаров.
Комплекста тауарҙар ҡабул итеү, һаҡлау, комплектлау, төрөү, тейәп ебәреү, шулай уҡ кире ҡайтарыу буйынса хеҙмәттәр ойошторола. Әлеге инвестиция проекты Башҡортостанда сауҙа өлкәһен үҫтереү факторы булып торасаҡ. Уны ғәмәлгә ашырыу ваҡыты - 2022-2028 йылдар.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.