5 март эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡартыла.
6,7, 8 мартта иһә поликлиникалар шәмбе графигы буйынса эшләй.
Ололарҙы яңы коронавирус инфекцияһынан вакциналау иртәнге сәғәт 8-ҙән киске сәғәт 8-гә тиклем ойошторола.
Ашығыс медицина ярҙамы бригадалары, травматология пункттары һәм медицина ойошмаларының дежур хеҙмәте көсәйтелгән режимда эшләйәсәк.
Дауаханаларҙа стационар шарттарҙа дауалау талап ителгән пациенттарҙы урынлаштырыу өсөн койкалар резервы, дарыу препараттары запасы, ашығыс һәм планлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн шарттар булдырыла.
Медицина ойошмаларының хәүефһеҙлеген тәьмин итеү һәм террорҙан һаҡлау буйынса саралар күрелә.
Фото:Т.Аманов.