Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Март 2022, 18:17

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Күп функциялы үҙәктең баш офисында булды

Республика етәксеһе граждандарҙы ҡабул итеү, тәүге консультация биреү, бизнес зоналарын, операция залын, контакт-үҙәкте һәм криптобиокабинаны ҡараны.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Күп функциялы үҙәктең баш офисында булды
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Күп функциялы үҙәктең баш офисында булды

Әйткәндәй, был криптобиокабина – “Ростелеком” менән ”Ростех” дәүләт корпорацияһының уртаҡ проекты. Ул фотокабина һымаҡ. Бында биометрик мәғлүмәттәр алына.

- Бынан өс йыл элек кенә МФЦ-ларҙа сират менән проблема бар ине, хәҙер ул бөтөрөлгән, - тип белдерҙе Радий Хәбиров һәм үҙәк хеҙмәткәрҙәрен – гүзәл заттарҙы 8 Март байрамы менән ҡотланы.

Беләһегеҙ, Күп функциялы үҙәктәрҙә бихисап дәүләт хеҙмәте күрһәтелә. Был халыҡҡа уңайлы. 

Фото: БР Башлығы сайтынан.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Күп функциялы үҙәктең баш офисында булды
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Күп функциялы үҙәктең баш офисында булды
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: