Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Март 2022, 15:40

«Бөгөнгө сара – башҡорт бал ҡортон үҫтереүҙә һәм һаҡлауҙа оло юлдың башы»

Өфөлә «Башҡорт бал ҡорто: проблемалар һәм перспективалар» темаһына  үткән «түңәрәк өҫтәл»дә умартасы-практиктар, ғалимдар, дәүләт учреждениелары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты. Сара Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты башланғысы менән ойошторолдо, башҡорт бал ҡортон һаҡлауға һәм үҫтереүгә ҡағылышлы киң мәсьәләләр ҡаралды.  

«Бөгөнгө сара – башҡорт бал ҡортон үҫтереүҙә һәм һаҡлауҙа оло юлдың башы»
«Бөгөнгө сара – башҡорт бал ҡортон үҫтереүҙә һәм һаҡлауҙа оло юлдың башы»

«Түңәрәк өҫтәл»де Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов асып,  ошо теманың Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫы йылында йәмәғәт ойошмаһы өсөн өҫтөнлөклө булып торған символик, милли-мәҙәни өлөшөнә иғтибар итте.

– Башҡорт халҡының рухи мираҫын һаҡлау, уға ярашлы, беҙҙең символдарҙы һәм брендтарҙы үҫтереү – башҡорт халҡын үҫтереү стратегияһы тарафынан билдәләнгән бурыс. Башҡорт (бөрйән) бал ҡорто - беҙҙең символ, мәҙәни кодыбыҙҙың бер өлөшө - башҡорт тоҡомло аттар кеүек үк, бөтә халыҡтың селекция һөҙөмтәһе, – тине ул.

Әйткәндәй, 2021 йылдан башлап Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән Башҡортостанда Башҡорт аты көнө билдәләнә, йыл һайын июлдең өсөнсө шәмбеһендә «Башҡорт аты» башҡорт тоҡомло аттарҙың республика фестивале уҙғарыла. Был сара Башҡортостанда йылҡысылыҡ, ҡымыҙ эшләү һәм халыҡ кәсептәре традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү, башҡорт тоҡомло аттарҙы үрсетеү һәм популярлаштырыу маҡсатында үткәрелә.

«Түңәрәк өҫтәл»дә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре башҡорт бал ҡортон һаҡлауға һәм үҫтереүгә булышлыҡ иткән Башҡорт бал ҡорто көнөн булдырырға тәҡдим итте. Был  республика умартасылары өсөн сағыу байрам булыуҙан тыш, умартасылыҡтың дөйөм мәсьәләләрен хәл итеүгә ярҙам итәсәк.

Һүҙ ыңғайына әйтеп китергә кәрәк, республикала 10 төбәктең айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләрендә ҡара төҫтәге урман бал ҡортоноң (башҡорт солоҡ ҡорто) абориген популяцияһын тергеҙеү өсөн ойошторолған «Алтын Солоҡ бал һуҡмағы» программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла. Проект республика, Рәсәй һәм сит ил умартасылары араһында популярлыҡ яуланы. Проектты тормошҡа ашырыу Башҡортостан Республикаһында үткәреләсәк «Апимондия-2022» алдынан айырыуса көнүҙәк. Был республикаға урта рус тоҡомло бал ҡорттарын һәм умартасылыҡ продукцияһын өйрәнеү буйынса үҙ ғилми базаһын тәҡдим итергә мөмкинлек бирәсәк, уларҙың сифаты фәнни тикшеренеүҙәр һәм махсус лабораторияларҙың сертификаттары менән раҫланасаҡ.

Шулай уҡ Рәсәйҙең умартасылар берекмәләре Башҡортостанды «Алтын Солоҡ» проекты нигеҙендә ҡара төҫтәге урман бал ҡорто менән селекция-генетика эше буйынса төбәк-ара үҙәк итеү теләген белдерҙе. Республикала бындай үҙәк булдырыу өсөн матди һәм фәнни база бар.

«Түңәрәк өҫтәл»дә ҡатнашыусылар башҡорт бал ҡорттарының бөгөнгө торошон тикшерҙе, шулай уҡ башҡорт бал ҡорто пакеттарын етештереү һәм субсидиялау, йүкә урмандарын һаҡлау проблемаһы, башҡорт бал ҡорто таралып ултырған урын картаһын эшләү, сифат, ғилми тикшеренеүҙәр, балды һатыу мәсьәләләре буйынса фекер алышты. Белгестәр умартасылыҡты үҫтереү буйынса дәүләт программаһын камиллаштырырға кәрәклеген билдәләне. Бөгөнгө сара – башҡорт бал ҡортон үҫтереүҙә һәм һаҡлауҙа оло юлдың башы, тип белдерҙе сараға йыйылыусылар.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: