Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Март 2022, 11:10

Бөгөн – Ядро ҡоралын таратмау тураһындағы килешеү ғәмәлгә ингән көн

Был документ БМО-ның Генераль Ассамблеяһы тарафынан 1968 йылдың 12 июнендә раҫланған һәм 1 июлдә Мәскәүҙә, Лондонда, Вашингтонда ҡултамғалау өсөн асылған.  

Бөгөн – Ядро ҡоралын таратмау тураһындағы килешеү ғәмәлгә ингән көн
Бөгөн – Ядро ҡоралын таратмау тураһындағы килешеү ғәмәлгә ингән көн

1970 йылда ғәмәлгә ингән Килешеүгә СССР, АҠШ, Бөйөк Британия һәм тағы 40 ил етәкселеге ҡул ҡуйған. Ә инде 1995 йылдың 11 майына документты оҙонайтырға 170 ил килешкән. Бары тик бер нисә дәүләт кенә бында ҡатышмай. Улар – Израиль, Һиндостан, Пакстан. Тәүгеһендә ядро ҡоралы бар, ә икәүһендә булыуы ихтимал.

КНДР менән Көньяҡ Судан да Килешеүҙә юҡ.

Килешеүҙә яҙылғанса, 1967 йылдың 1 ғинуарына тиклем ошондай ҡорал йәки ҡоролма етештергән һәм шартлатҡан ил, ядро ҡоралына эйә дәүләт, тип иҫәпләнә (СССР, АҠШ, Бөйөк Британия, Франция, Ҡытай).

Документта шулар бар: ядро державаларына ниндәй ҙә булһа ядро ҡоралы тапшырмаҫҡа һәм уны контролдә тоторға, ядро ҡоралы булмаған дәүләткә уны етештереүҙә йәки һатып алыуҙа ярҙам итмәҫкә.

Ядро ҡоралы булмаған дәүләттәр ундай ҡоралды ҡабул итергә тейеш түгел, шулай уҡ уны контролдә тотоу, етештереү һәм һатып алыу һәм был маҡсатта кемдеңдер ярҙамын алыу тыйыла.

Бөгөн – Ядро ҡоралын таратмау тураһындағы килешеү ғәмәлгә ингән көн
Бөгөн – Ядро ҡоралын таратмау тураһындағы килешеү ғәмәлгә ингән көн
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: