Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Март 2022, 13:29

«Айтишник»тарға – дәүләт ярҙамы

Рәсәй Президенты Владимир Путин IT тармағы белгестәренә булышлыҡ итеү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Уның буйынса БР дәүләт идараһын цифрлы үҫтереү министры урынбаҫары Рәсүл Тайыпов аңлатма бирә.

«Айтишник»тарға – дәүләт ярҙамы
«Айтишник»тарға – дәүләт ярҙамы

Тема буйынса ентеклерәк БР дәүләт идараһын цифрлы үҫтереү министры урынбаҫары Рәсүл Тайыпов Интервью” тапшырыуында ла һөйләне.

Йыл һайын ошо өлкәлә перспективалы эшкәртмәләрҙе финанслауға грант бүленәсәк. Бынан тыш, һалым ташламалары ла буласаҡ һәм кредитлауҙа, шул иҫәптән белгестәргә ипотека кредиты биреүҙә, ярҙам күрһәтелеүе, хатта әрменән кисектереү (ҙур проект менән эшләү осорона) күҙаллана.

Уның әйтеүенсә, IT-тармаҡҡа иғтибар күптән бар. Мәҫәлән, “Цифрлы иҡтисад” милли проектында алға ҡуйылған бурыстар бик яҡшы аңлатыла, цифрлы технологияларға булышлыҡ итеү программаһы ла бар.

Президенттың әлеге указы тармаҡҡа өсөнсө ярҙам сараһы пакетын күҙ уңында тота. Был, әлбиттә, яҡшы стимул, ти министр урынбаҫары.

Рәсүл Тайыпов белдереүенсә, айти-тармаҡ башҡа тармаҡтар үҫешенә туранан-тура йоғонто яһай, шуға ла предприятиелар үҙҙәре ошо яңы технологияларҙы үҙләштереүгә тотонорға тейеш.

Беҙ бөгөн импортты алмаштырыу тураһында һөйләйбеҙ. IT-технологиялар йәһәтенән дә – был актуаль.

- Беҙҙең проекттар сит илдекеләрҙән һис кенә лә насар түгел, хатта яҡшыраҡтары ла бар. Уларға бер ниндәй ҙә санкция янамай, - ти министр урынбаҫары.

Яңы ярҙам саралары пакеты “айтишник”тарға яҡшы шарттар булдырыуҙы күҙ уңында тота, тимәк, эшмәкәрлек тә шуға бәрәбәр буласаҡ.

Фото: bash.news.

«Айтишник»тарға – дәүләт ярҙамы
«Айтишник»тарға – дәүләт ярҙамы
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: