Әбү Һөрәйрә риүәйәт итеп ҡалдырған бер хәҙистә берәүҙең күрше ауылға, ҡәрҙәшенең хәлен белергә тип китеп барыуы хаҡында һүҙ бара. Юлда Аллаһ әмере менән бер фәрештә уның ҡаршыһына килеп сыға. «Ҡайҙа китеп бараһың?» – ти. «Ана теге ауылда йәшәгән ағайымдың хәлен белергә барам», – ти кеше.
«Берәр игелек эшләп, үҙемә файҙа алам тип бараһыңмы?» – ти фәрештә. «Юҡ, мин уны Аллаһ хаҡы өсөн яратам», – ти кеше. «Ә мин, дөрөҫөн әйткәндә, ҡәрҙәшеңде Аллаһ хаҡына тип яратҡан өсөн Аллаһ һинең үҙеңде лә ярата, – тип әйтергә Аллаһ тарафынан ебәрелдем», – ти фәрештә.
Аяттарҙа әйтелә: «…Белгәндәр менән белмәгәндәр тигеҙ булырмы? Зиһене камилдар ғына бындай нәсихәттәрҙе ҡабул итә лә белә», – ти.
Фото: Т. АМАНОВ.