Кисә иртән Октябрьский ҡалаһында "Opel Astra" менән "ВАЗ-2112" бәрелешеп, "ВАЗ"дың 54 йәшлек водителе үлемесле йәрәхәттәрҙән йән биргән. "Opel" машинаһының 25 һәм 28 йәшлек ике пассажиры, шулай уҡ "ВАЗ"дың 27 йәшлек пассажиры дауаханаға оҙатылған. Сит ил машинаһы водителенең иҫерек булыуы билдәле (0,780 мг/л).
Киске сәғәт һигеҙенселә Мәсетле районында ике "ВАЗ" бәрелешкән. Бер "ВАЗ"дың 34 йәшлек водителе менән 43 йәшлек пассажиры дауаханаға оҙатылған.
Уҙған тәүлектә Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре 2200-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағын асыҡлаған, 24 иҫерек водителде тотҡан.
Фото: БР ЮХХДИ.