Бөгөн беҙ гуманитар колоннаны Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларына ебәрҙек. Уны бөтә Башҡортостан менән йыйҙыҡ, ярҙам ҡулы һуҙғандарҙың һәммәһенә лә рәхмәт белдерәм.
Беҙ Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында йәшәүселәр осрашҡан бәләгә киҫкен иғтибар итәбеҙ. Донбастағы хәлдең насарайыуы хаҡында тәүге хәбәр килгәс, беҙ эвакуацияланғандарҙы ҡабул итеү өсөн 2 мең урын әҙерләнек. Башҡортостанда Луганск һәм Донецк республикалары халҡына йәмәғәт ярҙамы штабы үҙ эшен дауам итә, унда ярҙам итергә теләүселәрҙең барыһы ла мөрәжәғәт итә ала.
Бөгөн колоннаға ултырған йөк машиналарына беҙ Донбасты нацистарҙан азат итеү өсөн көрәштә үҙ ғүмерен биргән генерал Шайморатовтың портреттарын ҡуйҙыҡ. Был юлы ла Луганск һәм Донецк ере мотлаҡ нацизмдан азат ителәсәк. Шайморатов вариҫтары үҙҙәренекен ташламай», – тип яҙа Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә.
Фото: Т. АМАНОВ.