Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Март 2022, 17:24

Рейстарҙы ябыу - ялған хәбәр

Рәсәй граждандары илде ташлап китмәһен өсөн ҡайһы бер самолёт рейстары ябыла, тип яҙа украин телеграм-каналы. Войнасфейками.рф порталы мәғлүмәттең ялған булыуын раҫлай. Рәсәй граждандарына сит илгә сығыу өсөн бер ниндәй ҙә сикләүҙәр юҡ.

Рейстарҙы ябыу - ялған хәбәр
Рейстарҙы ябыу - ялған хәбәр

Төнгө ун икенән алып иртәнге һигеҙгә тиклем Дели, Баҡы, Дубай, Улан-Батор, Мале, Сәмәрҡәнд, Анталия, Истанбул, Бишкәк, Фәрғәнә, Нур-Солтан, Бохара һәм Минскиға самолеттар уңышлы осто.

3 мартта Новосибирск ҡалаһынан Ереванға осҡан S7 авиакомпанияһының самолеты менән генә тотҡарлыҡ була. Һауала осҡан саҡта документтарға бәйле проблема тыуып, самолет Минераль Һыуҙар ҡалаһына төшөргә мәжбүр була. Проблема хәл ителгән, самолет пассажирҙарҙы Ереванға алып барып еткергән.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: