Билдәле булыуынса, улар Украинала үлгән.
"Ейәнсура районынан, өлкән лейтенант Алексей Кондратьев һәләк булды. Ул китеп барған автомобиль ауыр ДТП-ға эләккән. Иҫәнғол ауылында уның ата-әсәһе, ҡатыны, биш айлыҡ балаһы йәшәй. Өлкән сержант Кузьма Николаев - Ҡырмыҫҡалы районынан. Ул да хәрби бурысын үтәгәндә ҡорбан булған. Яҡындарының, хеҙмәттәштәренең ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Беҙ һәләк булған хәрбиҙәрҙең ғаиләһен ташламаясаҡбыҙ, һәр төрлө ярҙам күрһәтәсәкбеҙ", - тине бөгөн Радий Хәбиров "Берҙәм Рәсәй" партияһы активының йыйынында.
"Украинала махсус операцияла ҡатнашыусы һәр хәрби үҙ бурысын батырҙарса үтәй. Беҙ һеҙҙең менән бергә, тибеҙ уларға. Һеҙҙең менән - Бөтә Рәсәй!" - тип тә өҫтәне республика етәксеһе.