Һүҙ Украиналағы хәрби операция барышында һәләк булыусылар тураһында.
“…Беҙҙең һалдаттар һәм офицерҙар ябай халыҡ араһында ҡорбандар булмаһын, тип тырышһа ла, үкенескә күрә, үҙҙәрендә юғалтыуҙар бар”, - тине ил башлығы.
Владимир Путин түләүҙәр хаҡында ла әйтте.
Кремлдең рәсми сайтында уның сығышы былай тип яҙылған:
“Всем членам семей военнослужащих, погибших в ходе специальной военной операции на Украине, будут перечислены предусмотренные по закону страховое обеспечение и единовременное пособие, это семь миллионов 421 тысяча рублей. Также будет выплачиваться ежемесячная денежная компенсация каждому члену семьи погибшего.
Но, кроме того, считаю необходимым установить дополнительную выплату каждой семье погибшего военнослужащего Минобороны, военнослужащих и сотрудников других силовых ведомств, участвующих в операции, в размере пять миллионов рублей”.
Бынан тыш, операция барышында яраланыусы хәрбиҙәргә лә тейешле түләү бар. Мәҫәлән, йәрәхәте арҡаһында ҡабат хеҙмәт итә алмаған “контрактник” бер тапҡыр 2 968 000 һум аласаҡ. Инвалид булып ҡалһа – ай һайын аҡсалата компенсация. Был түләү законда ҡаралған.
Президент, шулай уҡ, операцияла ҡатнашҡан һәм яраланған Оборона министрлығы, башҡа көс ведомстволары хәрбиҙәренә өҫтәмә өсәр миллион һум аҡса түләүҙе ҡарарға ҡушты.
Фото: Кремлин.ру