Фойела бай күргәҙмә эшләй. Ундағы тематика тураһында һөйләгәндә, шуларҙы билдәләргә була: партия проекттары (“Аныҡ эштәр”, “Беҙҙең хәстәрлек”, ”ЕР һандар һәм факттарҙа” һ.б.), НКО күргәҙмәһе (грант алыусы ойошмалар), Өфөнөң 450 йыллығына арналған экспозиция, шулай уҡ ДНР һәм ЛНР-ға ярҙам күрһәтеү буйынса штаб эше.
Әлеге ваҡытта фекер алышыуҙар майҙансыҡтарыда эш башланды. Көн дауамында партия активистары ике блокта эшләйәсәк. Тәүгеһендә дүрт майҙанда һөйләшеү күҙаллана. Шундай темалар буйынса сығыштар көтөлә: “Депутат корпусы – Республика командаһы/Хәбиров командаһы”, ”2035 йылға тиклем торлаҡ-коммуналь хужалыҡ үҫеше стратегияһы”, ”Атайсал – Яҡташтар”. Һуңғыһында “Атайсал” проектына йомғаҡ яһала, еңеүселәр бүләкләнә.
Һуңғараҡ ентекле мәғлүмәт бирербеҙ.
Фото: Юлай Кәримов.