+20 °С
Болотло
Хөкүмәт башлығы социаль селтәрҙәрҙә яҙыуынса, Ағиҙелдә круиз суднолары май башынан йөрөй башлаясаҡ. БР Башлығы хуплаған бер инвестпроект буйынса Өфөлә заманса һыу транспорты туристарҙы ташыясаҡ. Маршрут Салауат Юлаев һәйкәленән Сипайлово биҫтәһенә тиклем буласаҡ. Был судноға 150 - 250 кеше һыя. Билет хаҡы ҡиммәт булмаясаҡ, яҡынса 400 һумға тиклем, тип хәбәр итәләр.
Андрей Назаров баш ҡалала турист-мәғлүмәт үҙәктәре өсөн майҙансыҡтар билдәләнеүен дә яҙған. Уларҙа сәйәхәткә (музейҙарға) билет алырға, сувенирҙар һайларға, иҫтәлекле урындар тураһында белешергә мөмкин буласаҡ. Ундай үҙәктәр Салауат һәйкәле, Дуҫлыҡ Монументы, "Каруанһарай"ҙа, Һупайлы биҫтәһендә урынлаштырыла.
Фото: "Башинформ".