Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Март 2022, 09:18

Краснокамала башҡорт аттары үрсетелә

Һуңғы ваҡытта башҡорт тоҡомло аттарға иғтибар бермә-бер арта. Күптәр уны үрсетергә теләй. Мәҫәлән, Краснокама районы хакимиәтендә ошо көндәрҙә үткән "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә шуға бәйле проект ҡаралды.

Краснокамала башҡорт аттары үрсетелә
Краснокамала башҡорт аттары үрсетелә
Әйткәндәй, был форматтағы махсус осрашыуҙар "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси башланғыстарға булышлыҡ итеү" милли проектына ярашлы уҙғарыла.
Краснокама эшҡыуары 43 баш башҡорт тоҡомло ат алған. Ул мал һанын 300 башҡа тиклем еткерергә ниәтләй, 3 эш урыны асырға уйлай, шуға ла ер участкаһы алыуҙа ярҙам күрһәтеүҙе һорап, "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә ҡатнашырға булған.
Уға консультатив кәңәштәр бирелгән. Башҡарыу ваҡыты аныҡланған күрһәтмәләр протоколда билдәләнгән. 
 
Эшҡыуарҙар иғтибарына! Әгәр ҙә һеҙҙең дә проекттарығыҙ булһа, Башҡортостандың Инвестиция порталында ғариза ҡалдыра алаһығыҙ: https://investrb.ru/ru/investment/support/business/. Белешмә телефондары: 8-34759-7-77-55, 8-34759-7-77-32, 8-34759-7-71-98.
 
Фото: Краснокама районы хакимиәте сайтынан.
Краснокамала башҡорт аттары үрсетелә
Краснокамала башҡорт аттары үрсетелә
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: