Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Март 2022, 09:30

Көн торошо

«Башгидрометүҙәк» 4 һәм 5 мартҡа һауа торошон хәбәр итте. Синоптиктар епшек ҡар яуыуын, елдең көсәйеүен һәм 6 градусҡаса йылыныуын вәғәҙәләне.

Көн торошо
Көн торошо

 Бөгөн урыны менән бер аҙ ҡар яуа.Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан, талғын. Һауа температураһы көндөҙ – 2 градус һалҡындан 3 градусҡаса йылы, таулы райондарҙа 6 градусҡа тиклем йылы.

5 мартта епшек ҡар яуасаҡ. Урыны менән тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, боҙлауыҡ, буран, юлдарға көрт һалыуы, тайғаҡ булыуы көтөлә. Ел төньяҡ-көнсығыштан талғын, иртән һәм көндөҙ айырым райондарҙа көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә – 3-8 градус һалҡын, көндөҙ 1 градус йылынан 4 градусҡаса һалҡын.

 

Фото: Т. Аманов

 

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: