Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Март 2022, 11:38

Иҡтисад мәсьәләләре күтәрелде

Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Моратов яңы иҡтисади шарттарҙа төбәк инвестицияларының хәленә арналған кәңәшмәлә ҡатнашты.

Иҡтисад мәсьәләләре күтәрелде
Иҡтисад мәсьәләләре күтәрелде

Ултырыш ил Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Андрей Белоусов етәкселегендә үтте.

– Хәл тотороҡланғас, иҡтисадты үҫтереү мәсьәләһе ҡалҡып сығасаҡ. Был йәһәттән инвестициялар ҙур әһәмиәткә эйә, шуға яңы төбәк инвестиция стандартын тормошҡа ашырыу буйынса эште дауам итергә кәрәк. Инвесторҙың төбәктә ҡалыу-ҡалмауы күп йәһәттән субъект хакимиәтенә бәйле, – тине Андрей Белоусов.

Вице-премьер төбәктәргә эшҡыуарҙарҙы дәртләндереү буйынса саралар тәҡдим итергә ҡушты. Шулай уҡ төбәктәр инвестиция карталары төҙөй. Был сервис инвесторға күп кенә ярҙам тәҡдим итә, яңы объекттарҙы логистика, инфраструктура йәһәтенән уңайлы итеп урынлаштырырға булышлыҡ итә. Бынан тыш, кәңәшмәлә «Росреестр» вәкилдәре мәғлүмәти эште ойоштороу алымдарын һөйләне.

Мәғлүм булыуынса, быйылдан илебеҙҙең утыҙ төбәге инвестиция стандартын төҙөй башланы. Улар араһында Башҡортостан, Ҡырым республикалары, Ульяновск, Калуга өлкәләре, Ханты-Манси автономиялы округы инвестиция декларацияларын раҫланы.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: