Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Март 2022, 20:40

Байрамда поликлиникалар нисек эшләй?

Медицина ойошмаларының эш графигы үҙгәрҙе.

Байрамда поликлиникалар нисек эшләй?
Байрамда поликлиникалар нисек эшләй?

  Халыҡҡа ваҡытында медицина ярҙамы күрһәтеү маҡсатында  һәм яңы коронавирус инфекцияһы менән ауырыусыларҙың кәмеүен иҫәпкә алып, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы республиканың медицина ойошмаларының эш графигын үҙгәртте. 

 Ҡала поликлиникалары һәм ҡала, район дауаханалары составындағы полклиника бүлектәре дүшәмбенән шәмбегә ҡәҙәр иртәнге сәғәт 8-ҙән киске сәғәт 8-гә тиклем эшләй.  Табипты өйгә саҡыртыу – дүшәмбенән йомаға тиклем иртәнге сәғәт 8-ҙән киске сәғәт 7-гә тиклем.   Шәмбе иһә иртәнге сәғәт 8-ҙән көндөҙгө  сәғәт 4-кә тиклем.   

Яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы ололарҙы вакциналау –дүшәмбе ­– шәмбе  иртәнге сәғәт 8-ҙән киске сәғәт 8-гә тиклем.  Фельдшер-акушер пункттарында, амбулаторияларҙа һәм участка дауаханаларында медицина ойошмаһының баш табибы раҫлаған эш графигына ярашлы башҡарыла.   

Ҡала поликлиникалары һәм ҡала, район дауаханалары составындағы поликлиника бүлектәрендә дүшәмбенән йомаға тиклем  иртәнге сәғәт 8-ҙән  киске сәғәт 8-гә ҡәҙәр, шәмбе – иртәнге 8-ҙән көндөҙгө сәғәт 5-кә тиклем.  Өйгә табип һәм   ашығыс ярҙам саҡыртыу – дүшәмбенән йомаға тиклем иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 7-гә тиклем. Шәмбе көнө иртәнге сәғәт 8-ҙән  көндөҙгө 4-кә тиклем.   

Республика медицина ойшмалары составындағы поликлиника бүлектәре дүшәмбенән йомаға тиклем иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 6-ға тиклем, шәмбе иртәнге сәғәт 8-ҙән көндөҙгө 4-кә ҡәҙәр. 

 Ҡатын-ҡыҙҙар консультациялары ла аҙна дауамында иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй, ә шәмбе көнө иртәнге сәғәт 8-ҙән көндөҙгө 4-кә ҡәҙәр.

Стоматология поликлиникалары ла дүшәмбенән йомаға тиклем иртәнге сәғәт 8-ҙән, киске 8-гә тиклем,   ә шәмбе көнө иртәнгә сәғәт 8-һән көндөҙгө 4-кә тиклем эшләйәсәк.  Ашығыс ярҙам күрһәтеү бүлмәһе иһә тәүлек әйләнәһенә эшләй.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.   

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: