Башстат мәғлүмәттәре буйынса, уҙған аҙнала республикала емеш-еләк һәм йәшелсә (сөгөлдөрҙән тыш), шулай уҡ һөт ризыҡтары, икмәк, шәкәр һәм йомортҡа ҡиммәтләнгән. Колбаса һәм макаронға, ярмаларҙың айырым төрҙәренә хаҡтарҙың төшөүе билдәләнгән, тип хәбәр иттеләр.
Иң ныҡ ҡимәтләнгәне – помидор һәм банан. Уларҙың килограмы уртаса 172 һәм 87 һум тора. Балалар өсөн йәшелсә консервалары 2,9 процентҡа ҡыйбатланған, хәҙер уларҙың килограмы – уртаса 547 һум. Хаҡтары артҡан аҙыҡ-түлек исемлегенә шулай уҡ алма, ҡара сәй, ҡаймаҡ, печенье, кәбеҫтә, балалар өсөн ит консервалары, яңы ҡыяр, туңдырылған балыҡ, йомортҡа, шәкәр, кишер, башлы һуған, сыр, эремсек, пастеризацияланған һәм стерилләнгән һөт, тауыҡ ите, картуф, һөт, ярмалар инә. Уҙған аҙнала уларҙың хаҡы 0,1 –2,5 процентҡа артты.
Киреһенсә, төбәктә бер аҙнала сосискалар һәм сарделькаларҙың хаҡы 3,8 процентҡа арзанайған (бер килограмын уртаса 366 һумға һатып алырға мөмкин).
Макарон 2,4 процентҡа арзанайған – бер килограмы 73 һумға тиклем. Балалар өсөн емеш-еләк консервалары, шулай уҡ ярым ыҫланған һәм бешерелгән-ыҫланған колбаса 1,8 – 1,7 процентҡа осһоҙланған – килограмы 422 һәм 466 һум.
Аҡ май һәм көнбағыш майы, бешерелгән колбаса, он, ҡарабойҙай, һарыҡ, сусҡа иттәренең, тары ярмаһы, вермишель, шоколад кәнфиттәренең һәм сөгөлдөрҙөң хаҡы 0,02 - 1,3 процентҡа төшкән, тип йомғаҡ яһаны Башҡортостан статистары.
Уҙған аҙнала төбәктә дөгө ярмаһының хаҡы ғына үҙгәрешһеҙ ҡалған – килограмы уртаса 77 һум.
Фото: Т. Аманов