Йылайыр районында полицейскийҙар тәфтишселәр менән бергә аяуһыҙ енәйәтте асыҡлаған. Урындағы ике кеше яңғыҙ пенсионерҙы үлтергән, уның пенсияһын алып, Өфөгә ҡасҡан.
Барыһы ла 28 февралдә полицияға Сосновка ауылында йәшәүсе ҡатындың мөрәжәғәт итеүе һәм үҙенең яңғыҙ өлкән йәштәге күршеһенең урамда күптән күренмәүе тураһында һөйләүенән башлана. Ҡатыны уның өйөнә хәл белергә ингәс, пенсионерҙың ҡан эсендә ятҡанын күрә. Ҡото осҡан ханым шунда уҡ полиция хеҙмәткәрҙәрен саҡырған.
Суд-медицина экспертизаһы оло кешенең бер нисә аҙна элек үлтереүен асыҡлай. Тәфтишселәр «Үлтереү» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғата, оҙаҡламай енәйәтселәрҙең шәхесен дә асыҡлай. Уларҙың береһе – быға тиклем хөкөм ителгән 39 йәшлек ир. Тәүҙә ул үҙен ни өсөн тотоуҙарын аңламай, ләкин мәрхүм пенсионер тураһында ишеткәс, барыһын да һөйләп бирә. Ҡартты үҙе түгел, ә уның 37 йәшлек дуҫы үлтереүен әйтә һәм барыһы ла осраҡлы ғына булыуын белдерә. Язанан ҡурҡып, улар Өфөгә ҡаса һәм төҙөлөшкә эшкә инә.
Икенсе ғәйепләнеүсене ҡулға алғас, хәл тулыһынса асыҡланған. Февраль башында ике ғәйепләнеүсе лә мәрхүмдең йорто янында спиртлы эсемлектәр эскән һәм уның эргәһенә почтальондың килеүен, уның пенсия килтереүен күргән. Почта хеҙмәткәре сығып киткәс тә ирҙәр ҡарттың өйөнә барып инә, бер нисә тапҡыр уның башына балта менән һуға, 27 мең һум аҡсаһын алып, енәйәт урынынан ҡаса.
– Ике ғәйепләнеүсе лә ҡулға алынған һәм артабан тикшереү өсөн тәфтишселәргә тапшырылған. Йылайыр районының енәйәтте тикшереү бүлеге хеҙмәткәрҙәре енәйәт эшен тикшереүҙе дауам итә, – тип белдерҙеләр Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Фото: Т. Аманов