Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Март 2022, 19:22

Бәләбәйҙә янғында әсәле-уллы һәләк булды...

Бөгөн төш мәлендә Бәләбәй ҡалаһының Шапошников урамында ағас йортта ут сыға, бер аҙҙан гараж да тоҡана. Янғын һүндереүселәр утты бер нисә минут эсендә һүндерһәләр ҙә, үкенескә, янғын 68 йәшлек әсә менән уның 47 йәшлек улының ғүмерен өҙә. Яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...

Бәләбәйҙә янғында әсәле-уллы һәләк булды...
Бәләбәйҙә янғында әсәле-уллы һәләк булды...

Әлеге ваҡытта янғын сәбәптәре асыҡлана. 

Йыл башынан алып республикала 900-ҙән ашыу янғын теркәлгән, 40 кеше һәләк булған.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Бәләбәйҙә янғында әсәле-уллы һәләк булды...
Бәләбәйҙә янғында әсәле-уллы һәләк булды...
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: