-5 °С
Ясна
Тәүге микрофонға патентты Америка уйлап табыусыһы Эмиль Берлинер 1877 йылдың 4 мартында ала. Ысынында иһә, ул тауышты көсәйтә алған тәүге ҡорамал булмаған. 1876 йылда американ Александр Белл телмәр тауышын тапшырыу өсөн уйлап сығарылған яйланмаһын «шыйыҡ тапшырыу» тип атай.
Был байрамда музыканттар тере музыка уйнай, ә йырсылар фонограммаһыҙ йырлай. Бәғзе артистар был көндө үҙҙәренең һөнәри байрамдары тип иҫәпләй.
Микрофонды уйлап сығарып дөрөҫ эшләгәндәр. Юҡһа, сәхнәләге (президиумдағы, трибуналағы) тауышты беҙ нисек ишетер инек?!