Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Март 2022, 09:15

Юлда барыһы ла контролләнә

Республикала "Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" милли проекты буйынса быйыл 13 йөк контроль-пункты урынлаштырылған.   

Юлда барыһы ла контролләнә
Юлда барыһы ла контролләнә
Был автоматик комплекстарҙың төп бурысы - автомобиль юлдарының төҙөклөгөн һаҡлау, хәүефһеҙлекте тәьмин итеү, юл фажиғәләренең һаны кәметеү, юлды ҡарау сығымдарын әҙәйтеү.
Юлдарҙы ауыр йөк машиналары йыш ҡына емерә. Унда яңы ғына асфальт түшәлгән булһа, бигерәк тә ҡыйын. Шуға ла юлдарҙа йөк үлсәү пункттары булырға тейеш.
Һуңғы өс айҙа комплекстар тест режимында эшләгән, 1 марттан йөктәрҙең тейешле норманан артып киткән ауырлыҡ-ҙурлыҡ параметрҙары тураһында мәғлүмәт махсус күҙәтеү органына тапшырыласаҡ.
 
Фото: Минтранс РБ.
Юлда барыһы ла контролләнә
Юлда барыһы ла контролләнә
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: