Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Март 2022, 19:25

Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү, уларҙың эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн тәғәйенләнгән бүлексәләрҙең әҙерлеге тикшерелде

3 мартта Өфөләге "Өфө-Арена" спорт комплексы майҙанында яҙғы ташҡын осоронда хәүефһеҙлекте тәьмин итеү өсөн йәлеп ителгән бөтә хеҙмәттәрҙе тикшерҙеләр.

Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү, уларҙың эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн тәғәйенләнгән бүлексәләрҙең әҙерлеге тикшерелде
Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү, уларҙың эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн тәғәйенләнгән бүлексәләрҙең әҙерлеге тикшерелде

Яҙғы ташҡынға әҙерлек республикала, ғәҙәттәгесә, ваҡиғаларҙың насар үҫешкән вариантын иҫәпкә алып үткәрелә. Хәүеф зонаһына 80 меңдән ашыу кеше йәшәгән 42 муниципаль берәмектәге 257 тораҡ пункты инә.

Тикшереү көстәрҙең һәм средстволарҙың яҙғы ташҡын осоронда халыҡҡа ярҙам итергә әҙер булыуын күрһәтте.

Әйткәндәй, яңы вертолет һатып алынған, ул ғәмәлгә ашырылған бурыстар спектрын ярайһы уҡ киңәйтергә мөмкинлек бирә. Ул республика биләмәһендә ташҡын торошон тикшереү һәм һыу баҫыу зонаһына эләгеүе мөмкин булған халыҡҡа ярҙам күрһәтеү өсөн файҙаланыласаҡ. 

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: