Метеорологтар мәғлүмәте буйынса, Башҡортостанда яҙҙың тәүге айы ғәҙәттәгенән йылыраҡ була. Синоптиктар әйтеүенсә, уртаса айлыҡ һауа температураһының норманан 1 градусҡа юғарыраҡ булыуы көтөлә (норма -7,1 градус). Шул уҡ ваҡытта, бирелгән мәғлүмәттәргә ярашлы, айлыҡ яуым-төшөмдөң норманан күберәк булыуы күҙаллана.
Бөгөн, 3 мартта, боҙлауыҡ һәм томан вәғәҙә иттеләр. Һауа температураһы көндөҙ – 2 градус йылынан 3 градусҡаса һалҡын, таулы райондарҙа 5 градусҡа тиклем йылы.
4 мартта епшек ҡар яуасаҡ. Һауа температураһы төндә – 4–9, аяҙытҡанда 15 градус һалҡын, көндөҙ 2 градус йылынан 3 градусҡаса һалҡын, таулы райондарҙа 6 градус йылы.
5 мартта шулай уҡ тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, боҙлауыҡ һәм буран сығыуы көтөлә. Юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ булыуы фаразлана. Һауа температураһы төндә – 3–8 градус һалҡын, көндөҙ 1 градус йылынан 4 градусҡаса һалҡын.
Фото: Т. Аманов