Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Март 2022, 17:45

IKEA ябыла

Әммә оҙаҡҡа түгел.

IKEA ябыла
IKEA ябыла

 Сауҙа селтәре Рәсәйҙә һәм Белоруссияла үҙ эшмәкәрлеген ваҡытлыса туҡтатып тороуын белдерҙе. Был хаҡта компанияның рәсми белдереүендә хәбәр ителә.

 

Украиналағы ваҡиғаларҙың әйбер етештереү сылбырында өҙөклөктәр тыуҙырыуын аңлаттылар. «Шул сәбәптәр буйынса Рәсәйҙә компаниялар төркөмө эшмәкәрлеген ваҡытлыса туҡтатырға булдыҡ», – тип билдәләнеләр компанияла.

 

Компанияның сәйәсәте һәр ваҡыт « ИКЕА хеҙмәткәрҙәренең һәм уларҙың ғаиләләренең шәхси именлеген тәьмин итеүгә» йүнәлтелде, һәм беҙ быны эшләүҙе дауам итәсәкбеҙ, тип айырып әйттеләр.

 

Шулай уҡ Украинала хәрби операция өсөн индерелгән санкциялар  булыуға ҡарамаҫтан, Рәсәйҙә үҙ эшмәкәрлеген туҡтатырға йыйынмауҙарын да белдерҙеләр.

«ИКЕА, магазиндары элекке режимда эшләй. Эш режимдары тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән беҙҙең сайтта таныша алаһығыҙ», – тип һөйләнеләр компанияла.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: