-15 °С
Болотло
ФАС-тың Башҡортостан буйынса идаралығы аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙың артыуы факттары буйынса тиҙ арала хәл итеү өсөн ҡыҙыу элемтә асты.
Мәғлүмәт яҙылған форманы ведомствоның сайтында тултырып һалырға йәки эш ваҡытында 8 (347) 246-21-53 номеры буйынса шылтыратырға мөмкин.
Властар аҙыҡ-түлек баҙарын тотороҡландырыу өсөн сара күрә. 2 мартта сауҙа селтәрҙәренең ҙур өлөшө социаль әһәмиәтле аҙыҡ-түлеккә өҫтәмәне (наценка) 15 проценттан арттырмаҫҡа йөкләмә алды.
Социаль әһәмиәтле исемлегенә 20 төр аҙыҡ-түлек индерелгән: икмәк, һөт продукцияһы, бакалея, йомортҡа, ҡош ите һәм борщ бешереү йәшелсәләре.