«Башавтотранс» 25 февралдән баш ҡаланың «Ағиҙел» биҫтәһе – «Үҙәк» сауҙа комплексы маршруты буйынса "17С" маршрутын асты. Көн буйы 72 рейс башҡарыла, кеше эшкә барған-ҡайтҡан мәлдә автобустар 20 минут һайын йөрөй. Әлегә маршрут һынау режимында эшләй.
Һуңғы тәүлектә республика халҡынан төҙөкләндереү темаһына 47 мөрәжәғәт килде. Юлдар икенсе урында (46), өсөнсөлә - коммуналь хужалығы (44). Хәҙер халыҡтан ҡар буйынса мөрәжәғәттәр урынына юлдарҙы ремонтлау, соҡорҙарҙы ямау буйынса мөрәжәғәттәр йышыраҡ килә.
Ә юл ремонты мотлаҡ буласаҡ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, дүшәмбелә оператив кәңәшмәлә республика башлығы Радий Хәбиров республика юлдарындағы төҙөкләндереү буйынса эште көсәйтергә ҡушты. БР Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы һәм муниципалитет хакимиәттәре был мәсьәлә менән шөғөлләнә, ә беҙ Республика менән идара итеү үҙәгендә был мөрәжәғәттәрҙе теркәйбеҙ, һәм коллегаларыбыҙ, әлбиттә, уларҙы үҙ эшендә иҫәпкә ала.