Был факт буйынса енәйәт эше асылған. Енәйәтте тикшереү бүлеге хеҙмәткәрҙәре аҡса төргәген килеп алған кешенең - таксистың эҙенә төшкән.
Таксистың һөйләүенсә, уға билдәһеҙ кеше шылтыратып, аварияға тарыуы хаҡында әйткән, әсәйемдән аҡса алып, минең иҫәпкә күсер, тип үтенгән. Таксист бәләгә тарыған кешегә ярҙам итергә ашыҡҡан...
Аҡсаны Силәбелә алыуҙары билдәле булғас, полиция хеҙмәткәрҙәре шунда командировкаға юлланған. Банкоматтағы видеокамера яҙмаларын өйрәнеү, башҡа тәфтиш-эҙләү саралары барышында енәйәттә ғәйепләнгән ирҙең шәхесе асыҡлаған. Быға тиклем дә мутлыҡ өсөн хөкөм ителгән 30 йәшлек ир Силәбе өлкәһенән. Ул үҙ ғәйебен танған, аҡсаны ҡатынға кире ҡайтарған.
Әлеге ваҡытта ғәйепләнеүсегә ҡарата тикшереү эше дауам итә. Уның башҡа ошоға оҡшаш енәйәттәргә ҡағылышы бармы-юҡмы икәнлеген тикшерәләр.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.