3 март көнө юҡҡа ғына түгел, әлеге һанды яҙыу формаһы менән ҡолаҡҡа оҡшаш, имеш.
Ҡолаҡ – бик мөһим ағза. Ишетмәһәң, йә насар ишетһәң, нисек ҡыйын икәнен ҡолағығыҙҙы ҡаплап тикшереп ҡарағыҙ. Әйткәндәй, кем ҡасан да булһа, лорҙа булған, шул беләлер: табип ҡолаҡты ҡаплатып, бер яҡ ситкә баҫтырып ҡуя ла, мөмкин тиклем әкрен тауыш менән һандар әйтә: 15, 26, 31, 45...
Ҡыҙыҡлы факттар
Донъяла 270 миллиондан ашыу кешенең ишетеү һәләте боҙолған. Уларҙың күбеһе ярлы илдәрҙә йәшәй.
90 децибелдан көслөрәк тауыш янында оҙаҡ тороу һаңғыраулыҡҡа килтерә.
Кеше тауыштарҙы әсә ҡарынында уҡ ишетә башлай.
Ҡайһы бер антибиотик һәм полимиксин, стрептомицин кеүек препараттар һаңғыраулыҡҡа килтереүе ихтимал.
Ә бына фотолағы кеүек, сабыйға наушник биреү бигүк яҡшы түгел. Ғөмүмән, "ҡолаҡсын"дарҙан музыканы оҙаҡ тыңларға кәңәш ителмәй.