Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Март 2022, 11:00

Яҙ... Мөхәббәт...

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында төрөк драматургы Нәзим Хикмәттең «Мөхәббәт тураһында легенда» әҫәре буйынса спектакль әҙерләнә.

Яҙ... Мөхәббәт...
Яҙ... Мөхәббәт...

"Был ғәжәп тарих ябай һүрәт төшөрөүсенең солтан ҡыҙына ҡарата мөхәббәте, туғаның өсөн үҙеңде ҡорбан итеү, үҙ халҡың хаҡына батырлыҡ тураһында. Уларҙың барыһын күтәреү кеше хәленән киләме? Килә, әгәр яратһаң. Эйе, һинең өсөн һөйөү – тойғо ғына түгел, һәләт тә булһа. Спектакль, мөхәббәт юлына бер баҫҡас, аҙаҡҡаса шул юлдан барырға кәрәклек хаҡында.


Ҡуйыусы режиссер – Олег Иванов, рәссам – Лилиә Хисмәтуллина, композитор – Алексадр Карташов, бейеүҙәрҙе хореограф Александр Родионов һала. Ролдәрҙә – театрҙың башҡорт труппаһы актерҙары. Премьера 4,5 мартҡа тәғәйенләнгән", - тип хәбәр итте театрҙың әҙәбиәт бүлеге.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: