Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Март 2022, 09:06

Туристар "этно" йүнәлешендә ял итергә ярата

Республикала этнотуризм киң тарала бара. Тәбиғәт ҡосағында уңайлы шарттарҙа ял ойоштороуҙың бер төрө - глэмпинг та этно стилдә төҙөлә.

Туристар "этно" йүнәлешендә ял итергә ярата
Туристар "этно" йүнәлешендә ял итергә ярата
Сибай ҡалаһында күптәргә таныш булған эшҡыуар Наилә Рәхмәтуллинаның "Һайран" проекты бар. Ул - глэмпинг зонаһы. Барыһы ла матур - ҡупшы тирмә, мунса, конькиҙа шыуыу урыны, мангал зонаһы һәм эскәмйәләр. хатта Себер хаскилары ла ҡунаҡтарҙы түҙемһеҙләнеп көтә.
"Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси башланғыстарға булышлыҡ итеү" милли проекты буйынса ер участкаһы алып төҙөлгән был ял урыны. Эшҡыуар тағы ла ике тирмә ҡуймаҡсы. Наилә Ильяс ҡыҙы ҡалала этномөйөш булдырырға ниәтләй.
 
Фото: Сибай ҡалаһы хакимиәте сайтынан.
 
Туристар "этно" йүнәлешендә ял итергә ярата
Туристар "этно" йүнәлешендә ял итергә ярата
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: