Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Март 2022, 10:15

Тамыры ныҡтың олоно ла ныҡ

Теүәл утыҙ йыл элек «Сәңгелдәк» тапшырыуы тәүге тапҡыр эфирға сыға.

Тамыры ныҡтың олоно ла ныҡ
Тамыры ныҡтың олоно ла ныҡ

 

— «Тамыр» утыҙ йыл йөрәктәрҙе ҡабыҙа. 30 йыл элек Луиза Азамат ҡыҙы Фархшатова мине, БДУ-ның 1-се курс студентын, уйламағанда телевидение һуҡмағына бороп төшөргән. Күп йәштәргә остаз, әлеге тел менән әйткәндә, медиа-тренер булды ул. Ҙур маҡсаттар ҡуйып эшләргә, сая булырға, үҙ-үҙеңде ҡабатламаҫҡа өйрәтте. Күккә күтәреп маҡтай ҙа, һеңдергәнсе шелтә сәпәп тә ҡуя ине. Әле лә Луиза Азамат ҡыҙы беҙҙең уңыштарға ихлас ҡыуана, ҡул төшөп киткәндә, дәртләндерә, йыуата. «Тамыр» — минең беренсе һәм берҙән-бер эш урыным. 30 йыл бер урында эшләү дөрөҫ тә түгел кеүек тойола ҡай саҡ. Күңел ҡайтҡан мәлдәр ҙә булғылай. Тик «Тамыр» ға күҙҙәре янып торған балалар килеп тулһа, тағы дәртләнеп эшкә егеләм.

Һәр яңы проект яңы эш урыны кеүек. Яңы оҫталыҡ, икенсе төрлө фекерләү талап итә. Фильм-әкиәт, сериал, анимация, классик музыка конкурсы һәм башҡалар — барыһы ла минең үҙем өсөн яңылыҡ булып тора. Күрәһең, шуға көн дә йүгереп барам «Тамыр»ға.

Ғәзиз ғүмерен бала күңелен үҫтереүгә арнаған һәр бер хеҙмәттәшемде «Тамыр» юбилейы менән ҡотлайым! Рәхмәт әйтәм! — тип белдерә «Тамыр» телеканалының директоры Гөлназ Ҡолһарина.

«Йәшлек»тәр телеканалды юбилейы менән ҡотлай һәм иң изге теләктәрен еткерә! «Тамыр»ҙың ғүмере оҙон, уңыштары мул булһын! Тамыры ныҡтың олоно ла ныҡ!

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: