Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Март 2022, 09:55

Республика мәшғүллек үҙәгенең элекке хеҙмәткәре 400 мең һумға яҡын аҡса эшләгән

Хәҙер уға 4 енәйәт статьяһы буйынса яуап бирергә тура киләсәк.

Республика мәшғүллек үҙәгенең элекке хеҙмәткәре 400 мең һумға яҡын аҡса эшләгән
Республика мәшғүллек үҙәгенең элекке хеҙмәткәре 400 мең һумға яҡын аҡса эшләгән

Башҡортостандың Шишмә районындағы мәшғүллек үҙәгенең элекке хеҙмәткәре ришүәт алыуҙа ғәйепләнә. Уға ҡарата РФ Енәйәт кодексының бер юлы дүрт статьяһы – 290-сы (ришүәт алыу), 159.2 (түләүҙәрҙе алғанда мутлашыу), 292-се (ялған хеҙмәт ҡағыҙы), 327-се статьялары (ялған рәсми документтар яһау) буйынса эш асылған.

 Прокуратурала һөйләүҙәренсә, 2018 йылдың майынан 2020 йылдың июненә тиклем ул 22 граждандан уларҙы эшһеҙ булараҡ иҫәпкә ҡуйған өсөн 390 мең һумға яҡын аҡса алған. Уға сумма төрлөсә түләнгән, нигеҙҙә 10–39-ар мең һум аҡса. «Эшһеҙҙәр» уның банк картаһына аҡса күсергән.

Документтарға ул шулай уҡ эш эҙләүселәрҙең пособиены максималь күләмдә алыу хоҡуғы булыуы хаҡында ялған мәғлүмәттәр индергән.

Шулай итеп, дәүләткә 550 мең һум күләмендә зыян килтерелгән. Хеҙмәткәр үҙенең ғәйебен танымаған.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: