Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Март 2022, 17:06

Радий Хәбиров: Ауыл хужалығын модернизациялау буйынса эште дауам итәбеҙ

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров видеоконференция форматында сираттағы "Ауыл сәғәте"н уҙғарҙы. Көн тәртибендә - республиканың агросәнәғәт комплексын техник яңыртыу мәсьәләһе.

Радий Хәбиров: Ауыл хужалығын модернизациялау буйынса эште дауам итәбеҙ
Радий Хәбиров: Ауыл хужалығын модернизациялау буйынса эште дауам итәбеҙ

- Әлеге ваҡытта төп бурыс – яҙғы сәсеү эштәренә әҙерлек, ләкин ауыл хужалығын модернизациялау буйынса эште лә дауам итәбеҙ, – тине Радий Хәбиров. 

Вице-премьер - Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов республика агросәнәғәтенең машина-трактор паркының яңыртылыуын билдәләне:

– 2018 йылда республика 4,2 млрд һумға 1 966 берәмек техника алһа, 2019 йылда - 2 820 берәмек, 2020 йылда – 3 607, ә 2021 йылда 3 444 трактор, комбайн, тупраҡ эшкәртеү һәм сәсеү машиналары алынды. Аграрийҙар тарафынан 2019 йылда 6,5 млрд һумлыҡ техника алынһа, 2021 йылда - 12,5 млрд һум аҡса тотонолған.

Техниканы яңыртыу өсөн төп дәртләндереү сығанағы - заманса механизациялау сараларын һатып алыуға киткән сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау буйынса республика күрһәткән дәүләт ярҙамы. 2021 йылда төбәк аграрийҙары 1,6 миллиард һум субсидия алған.

Техника һатып алыуҙа "Росагролизинг" ҙур ярҙам күрһәтә. 2021 йылда лизинг буйынса һатып алынған ҡорамал хаҡы 2,1 миллиард һум тәшкил иткән (был 2020 йылғы күрһәткестән 500 миллион һумға күберәк). "Росагролизинг" акционерҙар йәмғиәте аша техника һатып алыу күләме буйынса республика Рәсәй төбәктәре араһында алтынсы урынды биләй.

- Бер нисә сит ил яғынан санкция шарттарында Башҡортостанда киң таралған ремонт һәм дилер үҙәктәре селтәрен булдырыу ҙур әһәмиәткә эйә, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Илшат Фәзрахманов. - Ғәмәлдә беҙ бөтә сит ил техникаһын да ремонтлай, тергеҙә алабыҙ. Етешмәгән запас частәрҙе машиналар эшләү предприятиеларында етештереү юлын ҡарар кәрәк.

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙарына техника һатып алыуҙары, сервис үҙәктәрен ойошторғандары өсөн рәхмәтен белдерҙе.

- Ауыл хужалығы министрлығы бик ҙур эш башҡарҙы - коронавирус пандемияһы осоронда яңы тракторҙар һәм комбайндар һатып алыу өс тапҡырға артҡан, - тине Радий Хәбиров. - Хужалыҡтар алдындағы 2021 йылғы бурыстарҙы быйыл ҡаплаясаҡбыҙ.

***

Республика агросәнәғәт комплексының ремонт-хеҙмәтләндереү предприятиелары ассоциацияһының башҡарма директоры Рөстәм Зәйнуллин, дәүләт ярҙамы менән яңы технологик ҡорамалдар, станоктар һатып алыу арҡылы ҡатмарлы техника төрҙәрен капиталь ремонтларға, яңыртырға форсат булды, тип белдерҙе.

- Беҙ 300-ҙән ашыу импортты алмаштырыусы запас частәр эшләп, етештереүҙе үҙләштерҙек, - тип аңлатты Рөстәм Зәйнуллин.

Ауыл хужалығы машиналарын эшләүселәр аграрийҙарға талап ителгән машиналар һәм ҡорамалдар етештереүҙе көйгә һалған. Атап әйткәндә, Стәрлетамаҡтан "БашАгроМаш" предприятиеһы Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы аккредитациялаған 150-нән ашыу төр продукция сығара.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: