Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Март 2022, 17:47

«Милләтте тәрбиәләүсе лә, киләсәген билдәләүсе лә, тел һағында тороусы ла ул – ҡатын-ҡыҙ»

Баш ҡалабыҙҙың «Торатау» Конгресс-холында «Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе» Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте. Унда килеүсе ҡунаҡтар һәм еңеүселәрҙе Республика Башлығы Радий Хәбиров исеменән Хөкүмәттең Премьер-министр урынбаҫары Ирек Сәғитов сәләмләне.

«Милләтте тәрбиәләүсе лә, киләсәген билдәләүсе лә, тел һағында тороусы ла ул – ҡатын-ҡыҙ»
«Милләтте тәрбиәләүсе лә, киләсәген билдәләүсе лә, тел һағында тороусы ла ул – ҡатын-ҡыҙ»

– Милләтте тәрбиәләүсе лә, киләсәген билдәләүсе лә, халҡыбыҙҙың арҡа һөйәген, рух ҡеүәтен тотоп тороусы, алға әйҙәүсе һәм тел һағында тороусы ла ул – ҡатын-ҡыҙ. Милләт әсәһенең тәҡдире – бала әсәһенең тәҡдиренән күпкә юғары. Донъя тотҡаһы булған ҡыҙҙарыбыҙҙың халҡыбыҙға һәм илебеҙгә тоғро хеҙмәт итеүе, йәштәребеҙҙе уҡытыуға һәм тәрбиәләүгә тос өлөш индереүе – быға дәлил, – тине «Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе» проекты авторы һәм етәксеһе, Башҡортостан Республикаһының Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, филология фәндәре докторы Гөлнур Ҡолһарина.

Ойоштороусылар әйтеүенсә, конкурсҡа 500-ҙән ашыу ғариза ҡабул ителгән. Шуларҙың  финалға сыҡҡан 150-еһе Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан бүләкләү тантанаһына саҡырылды. Географияһы  киңәйеүе лә ҡыуаныслы: республикабыҙҙың район-ҡалаларынан тыш, Татарстан Республикаһы, Ханты-Манси автономиялы округы, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалалары, Силәбе, Ырымбур өлкәләре, Пермь крайы һәм башҡа төбәктәрҙән дә ҡатнашыусылар бар.

Конкурстың йолаһы буйынса, ҡатнашыусылар «Ҡатын-ҡыҙ – әсә», «Ҡатын-ҡыҙ – лидер», «Йыл өлгөһө», «Оло быуын йәмәғәтсеһе», «Йәштәр хәрәкәте лидеры», «Ҡатын-ҡыҙ – мәҙәниәт эшмәкәре», «Ҡатын ҡыҙ - оҫта», «Ҡатын-ҡыҙ – ғалим», «Бизнес-леди», «Ҡатын-ҡыҙ – педагог» тигән 10 номинацияла бүләкләнде.

Шаран районынан «Ҡатын-ҡыҙ – әсә» номинацияһында еңеүсе  йорт хужабикәһе Люзиә Әхмәтвәлиева ире Фәнис Нәжип улы менән 16 бала тәрбиәләй. Әле дүртәүһе башлы-күҙле булған, туғыҙ ейән-ейәнсәрҙәре бар. Өсәүһе балалар баҡсаһына йөрөһә, ҡалғандары мәктәптә уҡый.

Билдәле булыуынса, Башҡортостан Республикаһы Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең иң юғары наградаһы – Рабиға Ҡушаева исемендәге “Мин – ҡатын-ҡыҙ» миҙалы. Уға  100-ҙән ашыу ҡатын-ҡыҙ лайыҡ булған. Бөгөн иһә был исемлекте тағы 15 кеше тулыландырҙы. Улар араһында Рәсәйҙең халыҡ, атҡаҙанған, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, быйыл 80 йәшлек юбилейын билдәләүсе Лиза Әғәҙуллина ла бар. Ул химия буйынса тиҫтәләрсә олимпиада еңеүселәре әҙерләгән, әле уның эш тәжрибәһен уҡыусылары уңышлы дауам итә.

Еңеүселәрҙе республиканың билдәле эстрада һәм сәнғәт йондоҙҙары ҡотланы. Сара танылған сәсәниә, филология фәндәре докторы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Розалиә Солтангәрәева башҡарыуындағы ҡобайыр менән тамамланды.

 

Юлай КӘРИМОВ фотолары.

 

 

 

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: