-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Март 2022, 17:02

Күрше хаҡы - тәңре хаҡы

Күгәрсен районының Сәлих ауылында күрше-күләндәрҙең татыулығын күптәргә үрнәк итеп ҡуйырлыҡ. Кемеһен генә алма, күршеләре менән аралашып, ҡатнашып, бер-береһенең йомош-юлына ярап, сәйгә саҡырышып, ысын мәғәнәһендә татыу йәшәйҙәр.

Күрше хаҡы - тәңре хаҡы
Күрше хаҡы - тәңре хаҡы

Райондағы авторыбыҙ Айгөл Айытҡолованың яҙмаһы:

"Башҡорт халҡының “Күрше хаҡы – тәңре хаҡы” әйтеме Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең хәҙисенә ҡайтып ҡала. Бәйғәмбәребеҙ күрше менән татыу йәшәргә, уны рәнйетмәҫкә, киреһенсә, тик яҡшылыҡ күрһәтергә өндәгән. Был аманатты ул Ябраил фәрештә аша Аллаһы Тәғәләнән алған. Бәйғәмбәребеҙ үҙенең сәхәбәләренә: “Ябраил фәрештә күршегә яҡшы мөғәмәлә итеү тураһында туҡтауһыҙ өгөт-нәсихәт бирҙе, хатта, күршене вариҫтар иҫәбенә индерер инде, тип уйланым”, – тип һөйләгән. Бәйғәмбәребеҙ икенсе бер хәҙисендә: “Аллаһы Тәғәләгә һәм Ҡиәмәт көнөнә иман килтергән кеше күршеһенә яҡшылыҡ күрһәтһен…”, – тигән. Хәҙистәрҙән күренеүенсә, Аллаһы Тәғәлә күршегә ҡарата мөнәсәбәтте шул тиклем юғары кимәлгә ҡуйған. Шуға күрә лә башҡорттарҙа был хәҙис “Күрше хаҡы – Тәңре хаҡы”, тигән әйтемгә әүерелгән. Йәғни, күршегә яҡшылыҡ эшләү ул Хоҙай Тәғәләнең ризалығына ирешеү, ә күршегә яуызлыҡ эшләү – Хоҙайҙың асыуына тарыу менән бер, тигән мәғәнәгә эйә.

Беҙҙең халыҡта шулай уҡ "ут күрше" тигән төшөнсә лә бар. Быға аңлатма инде былайыраҡ: борон заманда, әле кешеләрҙә шырпы булмаған ваҡытта, кешеләр бер тоҡандырған утты оҙаҡ һүндермәй һаҡлаған. Ниндәйҙер сәбәп менән усаҡ һүрелеп, ут һүнә ҡалһа, иң яҡын кешеләр – күршеләренә йүгергәндәр. Бына шунан килеп сыҡҡан да инде ут күрше тигән төшөнсә.

Һүрәттә: Сәлих ауылы. Күрше-күләндәр сәйгә йыйылған.

Күрше хаҡы - тәңре хаҡы
Күрше хаҡы - тәңре хаҡы
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: