Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Март 2022, 14:00

Ишембай умартасыларына кем аяҡ сала?

Ваҡиғалар Патрик Хоффмандың Рәсәйҙә теркәлгән“Би Хеппи” компанияһы менән ғәмәлгә ашырырға ниәтләгән ҙур инвестпроект тураһында хәбәр билдәле булғас башланды. Сит ил эшҡыуарҙары республикала бал ҡорто үрсетеү һәм бал алыу һәм уны донъя баҙарына сығарыу менән шөғөлләнергә теләк белдергән.

Ишембай умартасыларына кем аяҡ сала?
Ишембай умартасыларына кем аяҡ сала?

Ваҡиғалар Патрик Хоффмандың Рәсәйҙә теркәлгәнБи Хеппи компанияһы менән ғәмәлгә ашырырға ниәтләгән ҙур инвестпроект тураһында хәбәр билдәле булғас башланды. Сит ил эшҡыуарҙары республикала бал ҡорто үрсетеү һәм бал алыу һәм уны донъя баҙарына сығарыу менән шөғөлләнергә теләк белдергән. Проект 12 районды үҙ эсенә аласаҡ, тигән мәғлүмәт бар.

Һәм февралдә Ишембай районында ошо проектҡа ҡаршы флешмоб ойошторолдо. Умартасылар ситтән килтерелгән бал ҡорттарының беҙҙең ҡорттарҙы баҫып алыуына хәүефләнә. Нимәһе ҡыҙыҡ: унда урындағылар түгел, ә күберәк ситтән килеүселәр башлап йөрөгән.

Был саранан һуң, район умартасылары менән БР Хөкүмәте вице-премьеры Азат Бадранов шәхсән осрашты һәм булған проблемаларҙы, хәл итә торған мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләштеләр. Уртаҡ фекерҙәр күп булды. Һөҙөмтәлә бында башҡорт бал ҡортон үрсетеү буйынса тоҡомсолоҡ хужалығы төҙөү тураһында килештеләр. Әлбиттә, умартасыларға дәүләт ярҙамы хаҡында ла һүҙ булды. Был ярҙам субсидиянан ғибәрәт.

Азат Бадранов Ишембайға бер нисә тапҡыр килде. Умартасылар, Иҫәкәй, Һарғай ауылдарынан аҡһаҡалдар менән район хакимиәтендәге осрашыуҙа шулай уҡ БР Хөкүмәте вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов та ҡатнашты.

Осрашыу конструктив, тыныс шарттарҙа үтте, тип хәбәр итәләр. Әммә унан һуң интернет селтәрҙәрендә сит кешеләр – хайперҙар тарафынан ауыл вәкилдәренә, эш төркөмөнә ҡаршы төрлө насар һүҙҙәр таратыла, уларҙы хатта “халыҡ дошманы”, “һатлыҡ йәндәр” тип атарға ла тартынмайҙар.

Мәҫәлән, Иҫәкәй ауылы халҡы умартасылыҡты үҫтереүҙә башлап йөрөүселәргә ҡарата шундай аҡылһыҙ һөжүм барыуына шаҡ ҡата.

Иҫәкәй ауылы кешеләренең фекерҙәре:

– Ауылдың ышаныслы егеттәренә интернетта яла яғыла башланы. Улар бит ошо ауыл, Башҡортостан өсөн тырыша.

– Бөтә халыҡ бергә йөрөй алмай, шуның өсөн дә улар беҙҙең делегаттарыбыҙ, башлап йөрөүселәребеҙ. Беҙ уларға ышанабыҙ.

– Эш төркөмөнә инеүселәрҙе “һатлыҡ йән” тип атаусылар бар. Улар үҙебеҙҙең ышаныслы егеттәр.

– Үҙҙәре өсөн түгел, ә ауыл халҡы, урындағы умартасылар өсөн йөрөй. Ошо ауыл тирәһендәге аукционға ҡуйылған ерҙәр үҙебеҙҙең халыҡҡа ҡалһын, тип тырышалар...

Һәр хәлдә урындағы умартасылар етәкселек менән уртаҡ тел тапҡан һәм артабанғы үҫеш өсөн нимәлер эшләй икән, улар уңышҡа өлгәшеү, бал ҡорто продукцияһын таратыу, һатыу, килем алыу яҡлы. Бында ҡайҙандыр, кемдәрҙеңдер ҡыҫылыуы, эш өсөн янып йөрөүселәрҙе һатлыҡ йәнлелектә ғәйепләүҙәре төптө аҡылһыҙлыҡ.

Әйткәндәй, флешмоб ойоштороусылар аралашыу өсөн айырым чат булдырған һәм артабан конструктив һөйләшеү башланғас, ыңғай ҡарарҙар тураһында хәбәрҙәр юйыла, кешеләрҙе әрләү һәм уларға янау күренеше таралған.

Кем кемгә ҡамасаулай? Ишембайҙар нисек уйлай?

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: