Унда республика башҡарма власть органдары, төбәк үҫеш институттары, финанс-кредит ойошмалары, лизинг компаниялары һәм эшлекле берләшмәләр вәкилдәре ҡатнашты.
— Иҡтисадтың тотороҡлоғон тәьмин итеү – һис һүҙһеҙ, бөгөн иң мөһиме. Шунлыҡтан төп йүнәлештәр иҫәбендә – мөмкин тиклем ҡыҙыҡһындырырлыҡ инвестиция мөхите булдырыу. Беҙ инвесторға Башҡортостанда эшҡыуарлыҡ алып барыу өсөн уңайлы шарттар тәҡдим итергә тейешбеҙ, – тине Андрей Назаров.
БР Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәи инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов әйтеүенсә, Рәсәйҙә санкциялар ҡатмарлашҡан ваҡытта республика инвесторҙың беҙгә булған ышанысын һаҡлап ҡалырға һәм республикала эшҡыуарлыҡ алып барыу өсөн яңы мөмкинлектәргә дөрөҫ сигналдар бирергә тейеш.