Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Март 2022, 16:22

Халыҡты санкцияларҙан һаҡлауҙың бер ысулы

Илебеҙ банктары көнбайыш илдәрҙең ҡыҫымына яуап итеп, граждандар өсөн аҡса һаҡламдары буйынса ставкаларҙы арттырырға тотондо.

Халыҡты санкцияларҙан һаҡлауҙың бер ысулы
Халыҡты санкцияларҙан һаҡлауҙың бер ысулы

Был хәл кисә иртән күҙәтелгән. Рәсәй граждандары көнбайыш илдәрҙең башбаштаҡлығынан ыҙа сигергә тейеш түгел.

28 февралдә сит ил дәүләттәре һәм халыҡ-ара ойошмаларҙың законһыҙ эш итеүенә бәйле махсус иҡтисади саралар ҡулланыу тураһындағы указға ҡул ҡуйылды. Унда граждандары өсөн булдырылған ярҙам саралары һәм ил халҡы аҡсаларын һаҡлаған банктар өсөн талаптар яҙылған.

1 мартта уҡ Рәсәй банктары һаҡламдар буйынса процент ставкаларын ике тапҡырға күтәрҙе. Был – ил граждандарын Көнбайыш санкцияларынан һаҡлау буйынса пландың бер өлөшө. 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: