Осрашыу барышында улар төбәктә заманса сауҙа майҙансыҡтарын, яңы туҡланыу һәм хеҙмәт күрһәтеү объекттарын булдырыу хаҡында фекер алышты.
– Башкортостан – ауыл хужалығы, аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәте үҫешкән төбәк. Беҙҙең халыҡ урында етештерелгән аҙыҡ-түлеккә нығыраҡ иғтибар бирә, шунлыҡтан тармаҡ инвестиция проекттарына ярҙам итергә тырышабыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Ginza Project – Рәсәйҙең ҙур ҡалаларында билдәле бренд. Беҙ һеҙҙең компания менән республикала төрлө эш форматтарын ҡарарға әҙербеҙ.
Холдингтың ойоштороусыһы Дмитрий Сергеев эштең һәм үҙ-ара хеҙмәттәшлектең өҫтөнлөклө йүнәлештәре хаҡында һөйләне.
– Беҙ Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларының ресторан бизнесы тармағында эшләй башланыҡ. Бөгөн компания Рәсәйҙең күп төбәгендә үҫешә. Иң төп проекттарҙың береһе – ғаилә ялын ойоштороу хеҙмәтен күрһәтеү мөмкинлеге булған яңы форматтағы баҙар булдырыу. Был йүнәлештә Башҡортостандың мөмкинлеге ҙур, – тине ул.