Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Март 2022, 09:53

Үҙ-үҙенә контролде юғалтҡан ир үҫмерҙе быуып үлтерә яҙған

 Малай дуҫының хәлен белергә генә теләгән.

Үҙ-үҙенә контролде юғалтҡан ир үҫмерҙе быуып үлтерә яҙған
Үҙ-үҙенә контролде юғалтҡан ир үҫмерҙе быуып үлтерә яҙған

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Октябрьскийҙа бер ир күршеһендә йәшәгән үҫмерҙе быуып үлтерергә маташҡан. Енәйәт ҡылынған мәлдә ғәйепләнеүсе иҫерек булған, тип билдәләнеләр ведомствола.

Билдәле булыуынса, иренең спиртлы эсемлек эскәнен белгән ҡатын күршеһендәге малайҙан улының хәлен белеүен һораған. Ире иҫерек булыу сәбәпле, ҡатын йортона ҡайтырға ҡурҡҡан. Улар ишеккә шылтыратҡас, тупһала иҫерек ир күренә. Ул баҫҡыс майҙансығына сыға һәм дуҫының хәлен белергә килгән үҫмерҙе туҡмай, үлем менән янай һәм быуа башлай. Енәйәт эше фигурантын зыян күреүсенең әсәһе туҡтатып ҡала. Ҡатын, ҡысҡырған тауышты ишетеп, шунда уҡ йүгереп сыға һәм балаһын яҡлай башлай.

Бынан һуң ғәйепләнеүсе тынысланған, ә бала ҡасып ҡотолған. Һорау алыуҙа ғәйепләнеүсе оҙаҡ ваҡыт алкоголь ҡулланмауы һәм эскәндән һуң үҙ-үҙен контролдә тотоуҙы юғалтыуы хаҡында белдерә.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: