Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Март 2022, 16:22

Экологик яҡтан таҙа продукция етештерһәгеҙ, ярҙам аласаҡһығыҙ

Республикала төбәк ҡаҙнаһынан дәүләт ярҙамын алыусылар даирәһе киңәйтелә. Март аҙағында БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары закон проектын ҡараясаҡ.

Экологик яҡтан таҙа продукция етештерһәгеҙ, ярҙам аласаҡһығыҙ
Экологик яҡтан таҙа продукция етештерһәгеҙ, ярҙам аласаҡһығыҙ

Һүҙ экологик яҡтан таҙа ауыл хужалығы продукцияһын етештереүселәргә ярҙам итеү хаҡында бара. Парламент Рәйесе Константин Толкачев һөйләүенсә, закон проекты кредит алыуҙы еңеләйтеү, хәүефтәрҙе страховкалау, тупраҡтың уңдырышлылығын күтәреү буйынса сараларҙы уҙғарыуҙа финанс яҡтан булышлыҡ итеүҙе үҙ эсенә ала.

– «Таҙа» йүнәлеште үҫтереү беҙгә Башҡортостан продукцияһының юғары сифатына һәм экологияһына нигеҙләнгән төбәк брендын булдырырға, ауыл хужалығы етештереүенең фундаменталь өҫтөнлөктәренә: ген-инженер модификацияланған организмдарҙы файҙаланыуҙы тулыһынса тыйыу, минераль ашламаларҙа ауыр металдарҙы аҙ миҡдарҙа тотоуҙы тәьмин итеүгә ярҙам итәсәк», – тигән ышаныста Толкачев.

Фото: vk.com

Экологик яҡтан таҙа продукция етештерһәгеҙ, ярҙам аласаҡһығыҙ
Экологик яҡтан таҙа продукция етештерһәгеҙ, ярҙам аласаҡһығыҙ
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: