Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Март 2022, 11:15

Бөгөн – Халыҡ-ара шырпы көнө

Утһыҙ тормошто күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Ул һыуыҡта йылыта, ҡайнар аш әҙерләргә ярҙам итә, усаҡ тирәләй ял итеү ҙә үҙе бер ғүмер. Тәүтормош кешеләре утты ҡайҙан алған? Быны тарихтан беләбеҙ. Шырпы барлыҡҡа килгәс, кеше рәхәткә сыҡҡан.

Бөгөн – Халыҡ-ара шырпы көнө
Бөгөн – Халыҡ-ара шырпы көнө

Шуға ла уны уйлап табыусыға айырым көн арналған. Халыҡ-ара шырпы көнө йыл һайын 2 мартта билдәләнә.

Кешеләргә көкөрттөң яныу үҙенсәлектәре билдәле булғас, улар тиҙ арала янып китһен өсөн уҡ башағының осон еүешләгәндәр. Шунан һуң ғалимдар ут алыу процесын камиллаштыра башлаған.

Немец ғалимы Ганквитц фосфор ҡулланған, ул шартлағанда көкөртлө таяҡса ҡабыҙылған. Химик Бертолле ялҡындың химик реакция ваҡытында сығыуы мөмкинлеген иҫбатлаған.

Тәүге шырпы 1805 йылда барлыҡҡа килгән. Исеме «спица» һүҙенән алынған, йәғни ағастан яһалған осло таяҡ.

Францияла химик Шапсель көкөрт һәм бертолет тоҙ ҡатышмаһынан торған башлы үҙенән-үҙе янып торған таяҡсалар уйлап сығарған. Ут линзаны ҡояшта тотҡанда йәки аҙ күләмдә көкөрт кислотаһы тәьҫир иткәндә сыҡҡан. Бындай шырпылар ҡиммәт һәм хәүефле булған.

Фосфор составы менән ҡапланған ҡағыҙҙа ҡабыҙылған көкөрт, елем һәм бертолет тоҙҙан торған башлы таяҡсаларҙы ғалим-химик Бетхер тәҡдим иткән. 1855 йылда бындай шырпылар алтын миҙал алған һәм донъя буйлап таралған. Рәсәйҙә тәүге шырпылар 1830 йылда барлыҡҡа килгән. Уларҙы етештереү 1848 йылға ғына көйләнгән.

Шырпы кәрәк нәмә ул... Тик уйынсыҡ түгел.

Фото: vk.com

 

Бөгөн – Халыҡ-ара шырпы көнө
Бөгөн – Халыҡ-ара шырпы көнө
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: