Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Март 2022, 18:41

Айҙарҙы конкурста еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

Учалы районының Ураҙ ауылынан Айҙар Әфләтүнов "Виртуоздар йондоҙҙарҙы ҡабыҙа" исемле халыҡ-ара музыка конкурсында 1-се урын яулаған! 

Айҙарҙы конкурста еңеүе менән ҡотлайбыҙ!
Айҙарҙы конкурста еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

13 йәшлек Айҙар Учалы балалар сәнғәт мәктәбенең Ураҙ филиалында баян класында шөғөлләнә. Уҡытыусыһы - Айнур Суфиянов. 

Конкурста еңгән талантлы йәш баянсыға дипломдан тыш, оҫталыҡ билгеһе итеп, исемле миҙал менән таныҡлыҡ та тапшырғандар. 

Айҙар Әфләтүнов менән Айнур Жәлил улын ихлас күңелдән ҡотлап, уңыштар теләйбеҙ! 

Фото: А.Суфиянов.

 

Айҙарҙы конкурста еңеүе менән ҡотлайбыҙ!
Айҙарҙы конкурста еңеүе менән ҡотлайбыҙ!
Айҙарҙы конкурста еңеүе менән ҡотлайбыҙ!
Айҙарҙы конкурста еңеүе менән ҡотлайбыҙ!
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: