Яңғыҙ ҡатындар ғына түгел, тәжрибәле балыҡсылар ҙа муттарҙың ҡармағына ҡабып ҡуя. Мәҫәлән, Өфөнән 50 йәшлек ир иғландар сайтында 390 мең һум торған моторлы кәмә күреп, һатыусыға шылтыратҡан. "Удмурт Республикаһынан" кәмәне килтереү мәсьәләһен дә бер юлы хәл итеп, балыҡсы һатыусыға аҡса күсереп, тауарын көтә башлаған. Бер нисә көн үткәс транспорт компанияһынан, кәмә хужаһы бәйләнешкә сыҡмай, телефоны һүнгән, тип хәбәр итәләр. Мут әҙәмгә юлығыуын аңлаған ир полицияға мөрәжәғәт итә.
Әйткәндәй, тәүлек эсендә генә муттар 13 кешене алты миллион һумға алдағандар...
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.